+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2020, 11:35

Путин Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Халыҡ власын ойоштороуҙың һәм уның эш итеүенең айырым мәсьәләләрен көйләүҙе камиллаштырыу тураһында” Конституцияға төҙәтмә тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Халыҡ власын ойоштороуҙың һәм уның эш итеүенең айырым мәсьәләләрен көйләүҙе камиллаштырыу тураһында” Конституцияға төҙәтмә тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Быға тиклем Федерация Советы төбәктәрҙең Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы ҡарарҙарын раҫланы. Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон Рәсәй Федерацияһының 85 төбәге дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары тарафынан ҡаралған һәм раҫланған. Ил Башлығы матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ике шарт үтәлгәндә, төҙәтмәләр үҙ көсөнә инәсәк. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмә тураһындағы законға ярашлы, илдең Конституция судына Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 1-се, 2-се һәм 9-сы бүлектәре положениеларына тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙең ярашлылығын баһалау өсөн һорауға мотлаҡ йүнәлтмә ҡаралған. Әгәр Конституция суды ыңғай һығымта бирһә, дөйөм Рәсәй тауыш биреү үткәреләсәк. Әгәр дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙә граждандарҙың яртыһынан күберәге ҡатнашһа һәм Конституцияға үҙгәрештәрҙе яҡлаһа, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр тураһындағы законда ҡаралған Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 3 – 8 бүлектәренә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк. Быйыл 22 апрелдә тауыш биреү үткәреү планлаштырыла. Ул эш көнө булмаясаҡ. Үҙәк һайлау комитеты биш көн эсендә тауыштарҙы һайларға һәм тағы өс көн эсендә баҫтырып сығарырға тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас: