Бөтә Рәсәй чемпионатының һайлап алыу этаптары ярты йылдан ашыу дауам итте. Уларҙа Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 100-гә яҡын команда ҡатнашты. Йомғаҡлау тиҫтәһенә Мәләүездән “Мастер Сан” инде.
Финалға сыҡҡандарҙы һөнәри байрам алдынан иғлан итеү күптән яҡшы йолаға әүерелде. “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ-2020” форумы Силәбелә уҙғарылды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хеҙмәт баҙары” милли проекттары нигеҙендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын яңыртыу тураһында һүҙ барҙы.
Сантехниктар чемпионаты һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылды. Был проект Рәсәй Президенты гранттарына конкурста өс тапҡыр еңеп сыҡты.