Сара килеп тыуған хәлде контролдә тотоу, һорауҙарға яуаптар биреү, халыҡҡа мәғлүмәтте ваҡытында һәм теүәл еткереү өсөн ойошторола. Брифингтарға киң мәғлүмәт саралары журналистары ла саҡырыла. Эфирҙы Интернет селтәрендә youtube каналында ҡарарға мөмкин. Төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәргә ышанып паника тыуҙырырға кәрәкмәй. Бар мәғлүмәт рәсми сығанаҡтарҙа урын аласаҡ. Улар менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы, стопкоронавирус.рф сайттарында танышырға була. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында "ҡыҙыу бәйләнеш" булдырылған. Телефон: 8 (347) 286-58-27.