Уға илдең 30 төбәгенән 350-нән ашыу компания килде. Күргәҙмәнең яңы йүнәлештәренең береһе – урындағы фермерҙарҙың һәм ауыл хужалығы кооперативтарының, шулай уҡ республика агрокомпанияларының тауарҙарын берләштергән «Фермер продукттары йәрминкәһе».
Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республика етәксеһе күргәҙмәне асыу тантанаһында яңы производствоны сафҡа индереү традицияһын башлап ебәреүен белдерҙе. Видеобәйләнеш буйынса Ҡалтасы районындағы «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөт-тауар фермаһында һауыу ҡулайламаһы сафҡа индерелде. Компания 5 мең башҡа иҫәпләнгән ферма төҙөү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме — 2,3 миллиард һум.