Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе хуплау мәсьәләһе буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул Владимир Лениндың тыуған көнөндә – 22 апрелдә уҙасаҡ. Был көн шаршамбыға тура килгәс, ул ял көнө итеп иғлан ителә.
Ил етәксеһе ҡултамға ҡуйған документтың рәсми тексында “Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләрҙе хуплайһығыҙмы?” тигән бер һорау тауыш биреүгә сығарылыуы тураһында әйтелә.
Президент Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова менән осрашҡанда тауыш биреүгә ҡағылышлы бер нескәлекте лә әйтеп китте.
– Донъялағы ябай булмаған эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, беҙҙә башҡа илдәрҙәге кеүек хәл киҫкен тормаһа ла, әгәр илдә дөйөм хәл-торош ошондай сараларҙы үткәреүгә булышлыҡ иткән осраҡта ғына тауыш биреүҙе үткәрәсәкбеҙ. Төп законға төҙәтмәләр индереү ни тиклем мөһим булһа ла, беҙҙең граждандар һаулығы һәм ғүмеренән өҫтөн бер нәмә лә юҡ, – тип белдерҙе Владимир Путин.