+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 02:15

Коронавирустың симптомдары

Коронавирус, исеменән үк аңлашылып тороуынса, вирус. Тимәк, ул да башҡалары кеүек һауа аша кешенән кешегә күсә.

Коронавирус, исеменән үк аңлашылып тороуынса, вирус. Тимәк, ул да башҡалары кеүек һауа аша кешенән кешегә күсә.
Уны йоҡторған саҡта тын алыу һәм аш һеңдереү менән проблемалар башлана. Шулай итеп, был сирҙең тәүге симптомдары шундай: тән температураһы күтәрелә, тиҙ арала хәл бөтә, йүткертә (башлыса, ҡоро йүткереү, еүешлек әҙ була), диспноэ башлана (һауа етмәгән тойғо), телдә аҡ эҙҙәр барлыҡҡа килә, ҡалтырата, ҡул һәм аяҡ “һынып” килгән кеүек, тамаҡ ауырта, танауҙа тымау барлыҡҡа килә. Аңлашылыуынса, был симптомдар барлыҡҡа килеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ваҡытында ярҙам алманығыҙ икән, сирҙең ауыр этабы башлана. Улар араһында отит, менинго-энцефалит, пневмония, синусит, миокардит бар, балаларҙа ашҡаҙан-эсәк юлы менән проблемалар башланыуы ихтимал. Күренеүенсә, сирләүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ. Вирустан һаҡланыу саралары тураһында күп яҙһаҡ та, уларҙы тағы бер тапҡыр ҡабатлау артыҡ булмаҫ. Бына улар: кәмендә 20 секунд дауамында ҡулды һабынлап йыуырға, кеше күп булған урындарҙа битлек кейеп йөрөргә һәм уны һәр ике сәғәт һайын алмаштырырға, йүткергән, сөскөргән кешеләргә яҡын бармаҫҡа, йыуылмаған ҡул менән күҙҙе, ауыҙҙы, танауҙы тотмаҫҡа.
Читайте нас: