Рәсәйҙең Либерал-демократик партияһы фракцияһы вәкилдәре белдереүенсә, улар Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә ыңғай ҡарай. Яңы документта кире фекер тыуҙырған бер нимә лә юҡ, ти ЛДПР фракцияһынан Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев.
- Владимир Жириновский Рәсәй Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереү буйынса ил Президенты менән осрашҡанда ЛДПР фракцияһының позицияһын белдерҙе. Тѳп законға беҙ ыңғай фекерҙә, кире ҡараш тыуҙырырлыҡ бер нимәне лә күрмәйбеҙ. 1993 йылда ҡабул ителгән Конституция универсаль һәм һәр илгә тап килә. Ул беҙҙең дәүләттең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай, шуға уны күптән шымартырға ваҡыт: ошоноң ѳҫтѳндә закон сығарыусылар, эш тѳркѳмѳ, Президент эшләне лә инде. ЛДПР фракцияһы ла үҙ ѳлѳшѳн индерҙе – халыҡ-ара хоҡуҡтан милли хоҡуҡтың ѳҫтѳнлѳгѳ тураһындағы беҙҙең тѳҙәтмә иҫәпкә алынды. Тирә-яғыбыҙҙа дуҫ булмағандар айырыуса күп булған заманда беҙ быны бик мѳһим тип иҫәпләйбеҙ, - тине депутат.