“Беҙҙең халыҡ вайымһыҙ, донъя хәлдәренә ҡул һелтәгән”, – тип мыжыусылар юҡ-юҡта осрап ҡуя. Ундайҙар хаталана тигән уйҙамын. Һәр шылт иткән һайын лаулашып урамға сығыу ғәҙәттәре илебеҙҙә тамырланмаған. Был һәйбәт, әлбиттә, сөнки тауыш елгә оса, ә тотоноп эшләгәнең – ҡала.
Донъя үҙгәрмәй тормай. Ижтимағи мөнәсәбәттәргә, иҡтисадҡа, көнкүрешебеҙгә йоғонто яһау өсөн сәбәптәр ҙә, ихтыяж да табылып тора. Дәүләт тә һынағас түгел, йәнле мөхит итеп ҡарағанда, ул яңырырға, үҫеш мөмкинлектәрен эҙләргә, халыҡ өсөн тыуған йорт булыуға ынтылырға тейеш. Һәм был тәбиғи, сөнки Рәсәй-Ватаныбыҙҙан бүтән күптәребеҙҙең баш терәр урыны юҡ.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү – киң йәмәғәтселеккә уның төп асылын аңлатыу алда торған бурыс булһа ла, был эшкә йәлеп ителгән махсус әҙерлекле белгестәр даирәһенә, ил башлығының мәсьәләне үҙ ҡарамағында тотоуына ҡарап фекер йөрөткәндә, һүҙ нәүбәттәге документ әҙерләү генә түгел.
Эш емешле тамамланып, Парламент тарафынан раҫланып, Президент уға имзаһы менән фатиха бирһә, Конституция – Төп закон, илдең эске ижтимағи ҡоролошон, идара итеү системаһын камиллаштырыуға хәл иткес йоғонто яһар тигән өмөт бар. Әгәр хәҙергә ғәмгә еткерелмәй тотолған, оло ниәттәр бойомға ашһа, Рәсәй дәүләте һулышын иркенәйтер ул. Хыял хатта юғарыраҡҡа китә: хеҙмәт кешеһе иң ҙур хазина һаналған, яңыртылған илдә йәшәрбеҙ. Хәҙергә иһә, форсаттан файҙаланып, идара итеүсе структураларға, бер-беребеҙгә төбәлгән уй-фекерҙәребеҙҙе әйтеп ҡалайыҡ. Күмәк тауыш иҫер ҙә юғалыр ел түгел, уның шаңдауы алыҫҡа китә.