+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2020, 23:23

"Ғорурлыҡ тойғоһо уята"

“Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппараты” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Шамил Вәлиев Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

“Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппараты” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Шамил Вәлиев Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
– Был мөһим сара илебеҙҙең 25 йыл эсендә яулаған ҡаҙаныштарын хоҡуҡи яҡтан нығыта һәм рәсмиләштерә. Ошо йылдар дауамында үҙебеҙҙә бер аҙ юғалтыла төшкән ватансылыҡ, илһөйәрлек, ғорурлыҡ тойғоларының яңынан көсәйеүен тойҙоҡ.
Яңыртылған Конституция киләсәктә халыҡтың именлеген, илдең бөтөнлөгөн һаҡлаусы ҡалҡан, гарантия ул. Илебеҙҙең данлы тарихын, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Еңеү биттәрен һаҡлау, дөрөҫлөктө йәш быуынға еткереү өсөн дә ул әһәмиәтле. Беҙ барыбыҙ ҙа Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн миллионлаған һалдаттарҙың баш һалыуын, Рейхстаг өҫтөнә байраҡты совет яугирҙәренең ҡаҙауын яҡшы беләбеҙ. Беҙ Еңеүебеҙҙе бер кемгә лә бирергә йыйынмайбыҙ. Ошо йәһәттән дә Конституцияға төҙәтмәләр индереү беҙҙең хоҡуҡтарҙы яҡлаясаҡ.
Беҙ бит 50-100 йылдан сәйәсәткә, ил менән идара итеүгә кем киләсәген белмәйбеҙ, алйоттарҙың да, байлыҡ тупларға килеүселәрҙең дә булыуы ихтимал. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейешлеге тураһындағы төҙәтмәләр иһә эшсе халыҡтың хоҡуғын яҡлаясаҡ.
22 апрель – ил тарихында әһәмиәтле ваҡиға, яңы төҙәтмәләрҙе хуплап, илдең берҙәмлеген, ныҡлығын арттырасаҡбыҙ, – тине ул.
#ВладимирПутин
Читайте нас: