+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 11:40

Башҡортостанда 6 меңдән ашыу әсә өҫтәмә һөнәр аласаҡ

Бушлай... Бер генә шарт менән... декрет ялында булыу кәрәк. Бала ҡараусы әсәләргә өҫтәмә белем биреү мөмкинлеге «Демография» милли проектына индерелгән.

Бушлай... Бер генә шарт менән... декрет ялында булыу кәрәк. Бала ҡараусы әсәләргә өҫтәмә белем биреү мөмкинлеге «Демография» милли проектына индерелгән. Программаға ярашлы, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу өсөн йыл да 74 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был аҡсалар әсәләрҙе уҡытасаҡ эшҡыуарҙарға бүленә. Был йүнселдәргә ярҙам итеүҙең бер төрө лә. Мартта декрет ялындағы әсәләрҙең белемен камиллаштырыу, яңы һөнәр алыуға булышлыҡ итеү буйынса махсус программа эшләй башланы. Уларҙың күбеһе дизайнер, ашнаҡсы, парикмахер һөнәрҙәрен үҙләштерергә теләй.
#нацпроекты
Читайте нас: