-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 12:20

Башҡортостандың эш биреүселәренә рәсми рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙе алыҫтан тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде

Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы (хөкүмәт, профсоюздар, эш биреүселәр) коронавирусты иҫкәртеү өсөн ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы хеҙмәткәрҙәргә өйҙән эшләргә рөхсәт итергә саҡырҙы.

Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы (хөкүмәт, профсоюздар, эш биреүселәр) коронавирусты иҫкәртеү өсөн ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы хеҙмәткәрҙәргә өйҙән эшләргә рөхсәт итергә саҡырҙы. Республикала хәл контролдә тотола, ләкин һаҡлыҡ саралары артыҡ булмаҫ, тип ҡарар итте комиссия ағзалары.
Алыҫтан тороп эшләү Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының нормаларын үтәү, эш хаҡы түләү менән хеҙмәт бурыстарын үтәүҙе аңлата, тип билдәләнә хәбәрҙә.
Хеҙмәткәрҙәр эш урынына мотлаҡ килергә тейеш икән, уларҙы һаҡланыу, гигиена һәм дезинфекция саралары менән тәьмин итергә, биналарҙы даими елләтергә, кешеләрҙең ҡулы тейгән предметтарҙы эшкәртергә, температураны үлсәргә кәңәш бирелә.
Күп кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт һәм башҡа сараларҙы сикләргә кәрәк. Эш кәңәшмәләре һәм конференциялар онлайн режимына күсерелә.
Сит илдән ҡайтҡан хеҙмәткәрҙәр үҙ-үҙеңде изоляциялау рәүешендә карантинда ултырырға тейеш. «Уларҙы хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә һәм табиптарҙың, ғалимдарҙың кәңәштәрен тоторға күндерегеҙ», — тиелә өс яҡлы комиссияның эш биреүселәргә мөрәжәғәтендә.
Документҡа вице-премьер һәм иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов, Эш биреүселәр союзы рәйесе Айҙар Нәсибуллин, Профсоюздар федерацияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Таһир Закиров ҡул ҡуйған.
Читайте нас: