Ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса ойошторолған. Бөгөн республика халҡынан 8-800-201-89-03 һандары буйынса тәүге шылтыратыуҙар килә башлаған да. "Был бик кәрәкле ғәмәл. Республикала төрлө темаға ҡағылышлы 12 "ҡыҙыу бәйләнеш" эшләй. Әммә кешеләр, ғәҙәттә, бер урында тулы, төплө яуап алғыһы килә", - тип белдерҙе "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. Колл-үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, халыҡтың һорауҙарына махсус әҙерлек үткән операторҙар яуап бирәсәк, улар, кәрәк икән, мөрәжәғәтте профилле ведомстволар белгестәренең "ҡыҙыу бәйләнеш" линияларына күсерәсәк. Айырым операторҙар "Беҙҙең хәстәр" проектында эшләйәсәк: оло йәштәге яңғыҙ кешеләрҙең шылтыратып хәлен беләсәк, кәрәк икән, йәш гвардиясылар һәм "Еңеү ирекмәндәре" аша ярҙам ойошторасаҡ.