+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 12:00

Уңайлы ысул

Ғафури районында хаҡлы ялдағыларға пенсияларын өйҙәренә килтереп бирәсәктәр.

Район буйынса 5500 тирәһе пенсия алыусының 90 процентына пенсияларын почтальондар йорттарына алып барып бирә. Был осраҡта клиентҡа квитанция бирелә. Мобиль касса аппараты терминалы булған почта хеҙмәткәре ярҙамында башҡа түләүҙәрҙе, мәҫәлән, коммуналь хеҙмәттәрҙе, һалымды, ЮХХДИ штрафтарын түләргә, страховка эшләтергә, гәзит-журналдарға яҙылырға ла була.
Инфекцион сирҙәрҙе профилактикалау саралары сиктәрендә Рәсәй Почтаһы оло йәштәгеләргә пенсия һәм социаль пособиеларҙы өйҙәренә килтереп бирергә тәҡдим итә. Был уңайлы ысул менән файҙаланыу өсөн йәшәү урыны буйынса почта бүлексәләренә шылтыратырға кәрәк.
Читайте нас: