Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын байрам итеү тураһында Указ сығарҙы. Указға ярашлы ойоштороу комитеты булдырыла, уға сараларҙы уҙғарыу планын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Совет башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигының исеме республикабыҙҙа мәңгеләштерелгән. Башҡортостанда Ғафури районы бар, Өфөләге урамға һәм паркка, Башҡорт дәүләт академия драма театрына уның исеме бирелгән. Театр алдында әҙәбиәтсе һәм драматургка һәйкәл ҡуйылған.