+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2020, 15:40

Битлектәр тегеүҙе үҙләштергәндәр

“Ишембай трикотажы” йәмғиәте күп тапҡыр файҙаланып була торған битлектәр тегеүҙе үҙләштереп, тәүлегенә 7 мең битлек тегеүҙе яйға һалған.

“Ишембай трикотажы” йәмғиәте күп тапҡыр файҙаланып була торған битлектәр тегеүҙе тиҙ үҙләштереп тәүлегенә 7 мең битлек тегә.
Әлегә битлекте ике төҫлө итеп тегәләр. Баҡһаң, күп сәнәғәт предприятиелары ҡара төҫтәгеһенә өҫтөнлөк бирә икән. Битлек ике ҡатлы, йомшаҡ трикотаждан эшләнгән, уның аша тын алыуы еңел.
Битлектәр тегә башлау менән тегеү цехында эш режимы үҙгәрмәгән. Теләк буйынса өҫтәмә аҡсаға эш көнө сәғәт ярымға оҙайтылған йәки ял көндәрендә лә эшләй тегеүселәр. Төп заказсылар – Ишембай һәм күрше ҡалаларҙың предприятие һәм ойошмалары. Шулай уҡ Мәскәү өлкәһенән, Ҡабарҙы-Балҡар һәм башҡа төбәктәрҙән дә заказдар килә. Бер битлектең хаҡы – 30 һум.
Яңы тегелгән битлектәрҙе һатыуға ебәреү алдынан мотлаҡ рәүештә сифаты тикшерелә. Бындай әйберҙе йыуырға, ҡайнатырға, үтекләргә һәм дезинфекцияларға мөмкин. Тик бер тапҡыр ҡулланылған битлектәр кеүек үк, уларҙы ике-өс сәғәттән артыҡ кейергә ярамай. Сискәндән һуң мотлаҡ һабын менән йыуырға, ҡайнатырға, киптерергә, үтекләргә һәм яңынан ҡулланырға була.
Читайте нас: