30 марттан Башҡортостандың бөтә күп функциялы үҙәктәре үҙ эшен туҡтата. Коронавирус таралмаһын өсөн документтар ҡабул итеү һәм тапшырыу 3 апрелгә хәтлем туҡтатыла. Бындай ҡарар президенттың илдә эшләмәгән көндәр тураһындағы указына ярашлы ҡабул ителде, тип хәбәр ителә күп функциялы үҙәктең
рәсми сайтында.