+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 21:25

Дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу буйынса сараларға арналған онлайн-брифингта республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмано вбыйыл тѳбәк ауыл эшсәндәренә һәм етештереүселәренә 9 миллиард 612 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе тураһында белдерҙе.

Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу буйынса сараларға арналған онлайн-брифингта республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов быйыл тѳбәк ауыл эшсәндәренә һәм етештереүселәренә 9 миллиард 612 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе тураһында белдерҙе.
- Республика бюджетында 2 миллиард 371миллион һум тура ярҙам ҡаралғайны, әле тағы ла 2 миллиард 75 миллион һум ѳҫтәп бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Йәғни, бѳтәһе 4 миллиард 446 миллион һум, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа күп. Федераль ярҙам саралары менән берлектә 9 912 миллион һум күләмендә булышлыҡ күрһәтеләсәк. “Росагролизинг” программаһы буйынса техника алыуҙа яҡшы ярҙам буласаҡ. Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре ѳсѳн сикләүҙәр юҡ. Лизингҡа күпме техникаға ғариза бирһәк, шунса аласаҡбыҙ. 2 миллиард һумға тиклем ғариза бирербеҙ тип уйлайым, - тине Илшат Фәзрахманов. Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалын алыуға бүленгән дәүләт ярҙамы ла арттырылған. Йыл башында ул 473 миллион һум күләмендә ҡаралһа, әле уға тағы ла миллиард һум ѳҫтәлгән. “Былтыр беҙҙең аграрийҙар алған техника ѳсѳн субсидияны һәм быйылғы беренсе кварталды ҡаплаясаҡбыҙ”, - тип белдерҙе Илшат Илдус улы. Быйыл минераль ашламалар алыуға ла ярҙам арта. Элек уның 45 процентын кире ҡайтарһалар, быйыл күрһәткес 75 процент тәшкил итәсәк. Элек республика бюджетынан ҡаралған 320 миллион һум дәүләт ярҙамы 800 миллион һумға тиклем еткереләсәк. Был иһә республика ауыл хужалыҡтарына 80 мең тонна ашлама алыуға булышлыҡ итәсәк. Шунһыҙ игендең уңышын дүрт миллион тоннаға еткереү мѳмкин булмаясаҡ, ти министр.
Читайте нас: