-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 14:50
Медиктарға ярҙамға
Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған.
Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған. Төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла.
Коронавирус эпидемияһы осоронда
#МыВместе
үҙ-ара ярҙам күрһәтеү акцияһы илдең халыҡҡа ярҙам күрһәтергә теләгән граждандарын берләштерә.
БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙаллы изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырған. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтәсәк, психологик хәстәрлек тә күҙаллана. Ирекмән медиктарҙың төбәк коородинаторы – Ләйсән Хызырова, телефоны 8 (927) 636-34-88.
Әгәр һеҙ эргә-тирәгеҙҙә ярҙамға мохтаж кешеләр барлығын белһәгеҙ, 8-800-200-34-11 телефоны буйынса шылтыратып, хәбәр итергә була.
Оператор проблеманы тыңлағандан һуң, мөрәжәғәтте профессиональ ярҙам күрһәтеү өсөн ирекмәндәргә йүнәлтәсәк. Унан тыш «ОНФ.Помощь» тигән мобиль ҡушымтаны ҡулланырға була, унда ла ғариза ҡалдырырға мөмкин.
#нацпроекты
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?