Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Республикала урман майҙандарын тергеҙеү һәм киңәйтеү 60 процентҡа еткән. Планда 2024 йылға бер гектар ҡырҡылған урман урынына шул уҡ майҙанда ағас ултыртыу планлаштырыла. Урмандар ултыртыу федераль проектҡа ярашлы алып барыла. Ул 2024 йылға тиклем башҡарыласаҡ. Республикала былтыр башланған "Йәшел Башҡортостан" ағас ултыртыу акцияһы быйыл да дауам итәсәк.