+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2020, 20:25

Дәрестәр 10-да башлана

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин иртәгәнән башланасаҡ дистанцияла белем алыу үҙенсәлектәре тураһында әйтеп үтте.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин иртәгәнән башланасаҡ дистанцияла белем алыу үҙенсәлектәре тураһында әйтеп үтте.
Шулай итеп, иртәгә, 6 апрелдә, иртәнге 10.00 сәғәттә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә дистанцияла белем биреү процесы башлана. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың онлайн-дәресе менән асыласаҡ. Был дәрес шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, “Рәсәй 2”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “UTV” каналдарында ла тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Уны телевизорҙан да, интернет селтәренән дә ҡарап буласаҡ. Ә трансляцияның яҙмаһы республика Мәғариф һәм фән министрлығының Youtube каналында һаҡланасаҡ. Башҡа көндәрҙә лә онлайн-дәрестәрҙе билдәле шәхестәр ҡатнашлығында асып ебәрергә планлаштыралар.
Әлеге ваҡытта республикала 1318 мәктәп бар, уларҙа 500 меңгә яҡын бала белем ала. Шул уҡ ваҡытта 93 мәктәпкә интернет селтәре үткәрелмәгән. Уларҙа дежур уҡытыусылар эшләйәсәк һәм аҙнаһына өс тапҡыр уҡыусыларҙың йорттарында күнекмәләр алып барасаҡ.
Дәрестәрҙең оҙонлоғо – 30 минут. Икенсе дәрестән һуң уҡыусылар 20 минутлыҡ тәнәфестә ял итеп аласаҡ.
Башланғыс кластар көнөнә - дүрт, уртансы звено – алты, өлкән кластар ете дәрестә шөғөлләнәсәк.
Айбулат Хажин шулай уҡ үҙенең туғыҙынсы класта уҡыған улы менән онлайн-системаның эшләүен тикшереп ҡарауын, химия уҡытыусыһы булараҡ, бала менән шөғөлләнеүен, үҫмерҙең дистанцияла белем алыуға әҙерлеген белдерҙе.
Читайте нас: