-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 18:10

Студенттар ярҙамы

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған, төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иткәйнек.

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған, төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иткәйнек.
БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙаллы изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырған. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтәсәк, психологик хәстәрлек тә күҙаллана.
21 марттан алып эшләгән хәрәкәттә ике меңдән ашыу БДМУ-ла белем алыусылар ҡатнаша, улар социаль ирекмәнлек менән бер рәттән, граждандарға медицина ярҙамы ла күрһәтә. Ошо ваҡыт арауығында улар 600-ҙән ашыу мөрәжәғәтте хеҙмәтләндергән.
БДМУ ирекмәндәре, шулай уҡ, медицина учреждениеларына килгәндәргә дистанциялы термометрия һәм ҡулдарын антисептик менәә зарарһыҙландырыу үткәрә, генераль йыйыштырыу яһай, документация менән эшләй, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле кешеләрҙең өйҙәренә рецептар алып бара.
Әлеге көндә БДМУ ирекмәндәре баш ҡаланың 38-се, 48-се поликлиникаларында, 2-се, 4-се, 6-сы балалар поликлиникаларында, “Ашығыс ярҙам” дауаханаһында, Республика онкология диспансерында, колл-үҙәктәрҙә, республика ҡан ҡойоу станцияһында һәм башҡа медицина учреждениеларында эшләй.
Шулай уҡ, һеҙгә файҙалы һылтанмалар тәҡдим итәбеҙ: https://мывместе2020.рф/ сайтындағы агрегаторҙа һеҙ үҙегеҙ ярҙам тәҡдим итә, ирекмәндәр рәтенә инә алаһығыҙ; https://dobro.ru/ порталында ирекмәндәр өсөн онлайн-курстар бар; https://vk.com/narvil, https://vk.com/vc_bsmu02 һылтанмалары буйынса БДМУ ирекмәндәренә ҡушыла алаһығыҙ. Быларҙың барыһы ла #МыВместе акцияһы сиктәрендә эшләнә.
#нацпроекты
Читайте нас: