+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 23:00

Ут бер кемде аямай

Яҙын йылы көндәр етеү менән ҡоро үлән һәм сүп-сар яндырыу арҡаһында сыҡҡан янғындар һаны арта.

Янғындарҙың төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ эш итеү, һүндерелмәгән тәмәке, балаларҙың ут менән уйнауы. Ер (дача) участкалары хужалары ҡаралтыларға, ағас ҡоймаларға яҡын ғына усаҡ яғалар ҙа, уны ҡарауһыҙ ҡалдыралар, бындай осраҡтар йыш ҡына янғын сығыуға килтерә. Ут сығып китһә, ҡаралтыларҙың бер-береһенә ныҡ яҡын урынлашыуы хәлде ҡатмарлаштыра ғына, ут бер биләмәнән икенсеһенә тиҙ генә күсә.
Тораҡ пункттарҙан ситтә, урманда, дача участкаларында ял иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәклеген иҫкәртеп үтәбеҙ. Иҫтә тотоғоҙ: усаҡты елһеҙ көндә, ҡарап тороп һәм ҡаралтыларҙан кәмендә 50 метр алыҫлыҡта ғына яғырға ярай. Беҙҙә күп участкалар был ҡағиҙәгә тап килмәй. Сүп-сар яндырғанда мотлаҡ көрәк һәм һыулы биҙрәгеҙ ҡул аҫтында әҙер торһон. Тағы ла яҡшырағы – сүптән яндырмайынса: серетмә өйөмөнә тултырып, сүплек урынына оҙатып арынырға тырышығыҙ. Йәйен йорт-ҡура тирәһендәге бөтә үләнде сабып сығығыҙ – булыуы ихтимал “үлән” янғындарынан иң ышаныслы һаҡланыу юлы ошо. Сүпте ойошҡан рәүештә сығартыуҙы үҙегеҙҙең идарасы компания етәкселеге менән хәл итегеҙ.
Ҡоролмаларға яҡын ерҙә усаҡ һәм мангал тоҡандырмағыҙ, утты һүндермәй ҡалдырмағыҙ. Балаларҙы күҙҙән ысҡындырмағыҙ, өлкәндәр ҡарауынан ситтә ҡалмаһындар. Тәбиғәттә ял иткәндә спиртлы эсемлек менән мауыҡмағыҙ. Ут менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы үлемесле хәүефкә дусар итмәгеҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ хаҡында ла иҫкәртке килә. Ул Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.4-се статьяһы менән нығытылған һәм граждандарға 2 меңдән 3 мең һумғаса, вазифалы кешеләргә 6 меңдән 13 меңгәсә, юридик берәмектәргә 150 мең һумдан 200 мең һумғаса штраф рәүешендә яза биреүҙе күҙҙә тота.
Янғын сыға ҡалһа, 01, 2-12-65, шулай уҡ 112 (ЕДДС) телефондарына шылтыратығыҙ.
Илгиз АРДАШИРОВ,
Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры.
Читайте нас: