Республиканың хәрби комиссариаттарында, саҡырыу пункттарында, хәрби часҡа барыу юлында хәүефле инфекцияны иҫкәртеү һәм уны таратыуға юл ҡуймау буйынса бөтә саралар ҙа күреләсәк.
Быйылғы яҙғы саҡырыуҙа Башҡортостандан 5 мең, райондан 97 егеттең армия сафын тулыландырыуы көтөлә. Хәрби хеҙмәткә оҙатыу 20 майҙа башланырға тейеш.
Файруз ҒИМАҘИЕВ,
Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары.