+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 11:35

Карантин ваҡытында йөрөү өсөн рөхсәт сервисы эшләй

Һанлы үҫеш министрлығы яңы doroga02.ru сервисы менән ниндәй осраҡтарҙа файҙаланырға мөмкин булыуын аңлатты.

Һанлы үҫеш министрлығы яңы doroga02.ru сервисы менән ниндәй осраҡтарҙа файҙаланырға мөмкин булыуын аңлатты.
Сервис республика кешеләренә түбәндәге сәбәптәр буйынса йөрөргә рөхсәт бирә:
- яҡын туғандарҙың балаһы тыуыуы;
- икенсе тораҡ пункттан даими йәшәгән урынға ҡайтыу;
- яҡын туғандарға аҙыҡ-түлек, дарыу, кәрәк-яраҡ килтереп биреү;
- ҡаты сирләгән йәки стационарҙа ҡарау кәрәк булған туғандарға барыу;
- планлы медицина ярҙамы алыу өсөн дауалау учреждениеһына барған саҡта, тик алдан яҙылыу йәки дауаханаға һалыу тураһында йүнәлтмә булырға тейеш;
- элемтә хеҙмәттәре, финанс ойошмалары, күп функциялы үҙәктәргә барыу;
- яҡын кешеңдең үлеме;
- үҙең етештергән аҙыҡ-түлекте һатҡан саҡта.
10 апрелдең 16 сәғәтенән алып өйөгөҙҙән баҡса һәм дачаға, ҡала ситендәге йорттарығыҙға барыу кисерерлек сәбәп тип һаналасаҡ.
Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, машинала йөрөү мөмкинлеге тәүлегенә бер тапҡыр бирелә, ул 90 минуттан ашыу дауам итмәҫкә тейеш. Ә баҡса һәм дачаға барыу өсөн тәүлегенә бер тапҡыр, унда барып кире ҡайтырға ярай.
Йөрөргә теләгегеҙҙе теркәгәс, үҙегеҙ һәм бергә йәшәгән яҡын туғандар менән машинала йөрөргә ярай, тик һәр кемдең шәхесен раҫлаған документы булырға тейеш. Был осраҡта ғаиләнән бер кешегә рөхсәт алыу етә.
Был сервиста йәйәү һәм йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн теркәлергә кәрәкмәй.
Нисек теркәлергә? Ошо сайтта https://it.bashkortostan.ru/presscenter/news/268671/ барыһы ла өйрәтелгән.
Әгәр ЮХХДИ инспекторҙары туҡтатһа, https://doroga02.ru/ сервисының баш битендә “Поездки” тигән бүлексәгә инергә һәм “Список поездок” тигән пунктты табырға кәрәк. Был исемлектә үҙегеҙҙең әле китеп барғанын табырға һәм ул күрһәткестәрҙе инспекторға күрһәтергә кәрәк.
Читайте нас: