+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 18:15

Уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк

Рәсәйҙә Govid-19 инфекцияһы менән бәйле хәл ҡырҡыулаша. Башҡортостанда ла сирҙе йоҡтороусылар һаны арта. Шулай ҙа ҡурҡыуға бирелергә ярамай, бөтә эпидемиологик сараларҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта тәүлек эсендәге үҙгәрештәргә анализ яһалды, көн ҡаҙағындағы һорауҙарға яуап бирелде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала инфекцияны йоҡтороусылар һаны тәүлек эсендә 22-гә артҡан, уларҙың яртыһынан күбеһе – Республика клиник дауаханаһы табиптары һәм пациенттары. Шулай итеп, ауырыуҙар һаны 129-ға еткән. Стационарҙарҙа диагноздары әлегә раҫланмаған пациенттар – 235. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә ике пациент вафат булған. Уларҙың береһе – 63 йәшлек ир, икенсеһе онкология сиренән дауаланған 73 йәшлек ҡатын. Министр әйтеүенсә, унда шәкәр диабеты, йөрәк сире лә булған.
Читайте нас: