+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 11:55

Халыҡтарҙың хоҡуҡтары сикләнмәй

“Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына Президент индергән рус теленең статусы һәм Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә хоҡуғы тураһындағы төҙәтмә халыҡтарҙың үҙ телен өйрәнеүгә, ошо телдә һөйләшеүгә, уны үҫтереүгә хоҡуғын сикләмәй, ә киреһенсә, был хоҡуҡты нығыта” тигән фекер әйтте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Үтәшева “Спутник ФМ”ға интервьюһында.

“Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына Президент индергән рус теленең статусы һәм Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә хоҡуғы тураһындағы төҙәтмә халыҡтарҙың үҙ телен өйрәнеүгә, ошо телдә һөйләшеүгә, уны үҫтереүгә хоҡуғын сикләмәй, ә киреһенсә, был хоҡуҡты нығыта” тигән фекер әйтте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Үтәшева “Спутник ФМ”ға интервьюһында.
“Телдәрҙе мотлаҡ һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәк. Беҙ төп дәүләт теле булған рус телен белергә тейешбеҙ, шул уҡ ваҡытта бөтә туған телдәрҙең дә бер үк кимәлдә һаҡланыуы, өйрәнелеүе һәм уҡытылыуы фарыз. Минең өсөн дә был бик мөһим. Туған телемдең береһе – татар, икенсеһе – рус теле, тип яҙам һәр саҡ. Күптәрҙеке кеүек үк минең дә туған телем икәү. Бөгөн Башҡортостанда башҡорт һәм рус телдәрен өйрәнәбеҙ, уҡытабыҙ. Был һәр халыҡ өсөн яҡшы”, – тине ул. Римма Үтәшева әйтеүенсә, Президент тарафынан Конституцияға индерелгән яңы төҙәтмә рустар менән бергә Рәсәйҙә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың да үҙҙәренең телен дәүләт теле тип иғлан итеү хоҡуғын нығыта. Рәсәйҙә 193 милләт йәшәй, һәм был төҙәтмә туған телеңде һаҡлап ҡалып, уны киләсәк быуындарға тапшырыу мөмкинлеген бирә. “Конституцияға төҙәтмә индереү телдәрҙе, шул иҫәптән рус телен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк”, тип инана “Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының эштәр идарасыһы Виктор Афанасьев. “Был төп дәүләт телен тәшкил иткән рус теленә ҡағылышлы бик мөһим мәл. Конституцияның әлеге статьяһын артабан да үҫтерергә, билдәле бер ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә, закондар, улар нигеҙендәге акттар сығарырға кәрәк. Мин, элекке авиация университеты уҡытыусыһы булараҡ, йәштәрҙең аралашыуын күҙәтеп барам, уларҙың телмәре боҙолған, саф рус телендә һөйләшмәйҙәр. Шуға күрә тел мәсьәләһе мәҙәниәтебеҙ, берҙәйлегебеҙ һәм ижади мираҫыбыҙ өсөн үтә лә ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине ул. Виктор Афанасьевтың фекеренсә, Конституцияла билдәләнгән рус теленең дәүләт статусы уны боҙоуҙан, сүпләүҙән һаҡлаясаҡ. Конституцияға төҙәтмәнең тексында “рус теле Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә тиң хоҡуҡлы халыҡтарҙың күп милләтле союзына ингән, дәүләттәге төп халыҡтың теле булараҡ, Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле булып тора” тиелә. Төҙәтмәгә ярашлы, Рәсәй составындағы республикалар үҙҙәренең дәүләт телдәрен билдәләргә һәм уларҙы дәүләт власы органдарында, урындағы үҙидара органдарында, республикалағы дәүләт учреждениеларында рус теле менән бер рәттән файҙаланырға хоҡуҡлы.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияла Рәсәй Федерацияһының “бөтә халыҡтарына туған телен һаҡлау, уны өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шаттар тыуҙырыу хоҡуғының гарантияланыуы” тураһындағы положениены нығытырға тәҡдим иткәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: