Карантин сараларына бәйле республика тормошоноң күп өлкәләренә үҙгәрештәр инде. Шул иҫәптән дини ойошмалар ҙа яңыса йәшәргә һәм эшләргә өйрәнә. Башҡортостандың дини йорттары ла онлайн режимға күсте. Хәҙер мәсеттәрҙә күмәкләп намаҙ уҡыу ваҡытлыса ойошторолмай, күп кешеләр ҡатнашҡан саралар ҙа кисектерелә. “Коронавирус – пандемия, ҙур бәлә. Был ваҡытта берҙәм булырға кәрәк. Бөтәбеҙ ҙә дәүләт закондарын, табиптар һәм санитар-эпидемия хеҙмәттәре талаптарын үтәп, үҙаллы изоляцияла ҡалырға тейешбеҙ. Мәсеттәребеҙ онлайн режимда эшләүгә күсә. Артабан йома намаҙҙарын халыҡты йыймайынса ғына үткәрергә ниәтләйбеҙ. Республика Башлығы һәм власть вәкилдәре аныҡ күрһәтмәләр бирҙе, улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ әйткәненсә, мосолман кеше үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтерергә тейеш түгел”, – тип үҙ фекерен белдерҙе Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин. Изге Рамаҙан айы башланырға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Быйыл уны үткәреүгә бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелә. Республика мосолмандары тәрәүих намаҙын, йәмәғәт ифтарҙарын мәсеттәрҙә ойоштормаясаҡ. Ауыҙ асыу сараһына йортҡа ҡунаҡ йыйыу шулай уҡ кәңәш ителмәй. “Сир йоҡтороусы, йә коронавирус ныҡ таралған ерҙән ҡайтып, башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау тураһында уйламай йәмәғәт урындарында йөрөү ҡаты алыш мәлендә яу яланын ташлап киткән хыянатсы һалдатҡа тиң. Был оло гонаһ иҫәпләнә. Шуның кеүек, тыйылған мәлдә мәсеттәргә йөрөү, йә бер нәмәгә ҡарамай күмәк намаҙҙар ойоштороу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ”, – ти был турала Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Митрополит Никон да диндарҙарға ҡорамдарға, сиркәүҙәргә, шул иҫәптән Пасхаға ла, килмәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Бар дини хеҙмәттәрҙе Өфө епархияһының рәсми сайтында онлайн ҡарарға була тине. Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, үҙаллы изоляция осоронда мәрхүмдәрҙе ерләү осраҡтарынан тыш зыяраттарға барыу тыйылған. Был мәжбүри саралар халыҡтың, бигерәк тә өлкәндәрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн эшләнә.