+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 16:45

"Һеңлекәш" фильмын Культура каналында ҡарарға була

Былтыр 19 сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан уның “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса режиссер Александр Галибин төшөргән “Һеңлекәш” фильмының премьераһы булғайны.

Тамашасы бик яратып ҡабул итте был фильмды. Премьера “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте, уны республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны. Аҙаҡ төбәк етәксеһе киноны юғары баһалауы хаҡында фекерен белдерҙе.

Башҡорт малайының яҙмышы аша күрһәтелгән Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ваҡиғалар берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Фильмды шәхсән яратып ҡабул иттем, сөнки унда башҡорт холҡо, башҡорт асылы, башҡорт ауылы, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте тәрән сағылған. Башҡортостандың иҫ китмәле тәбиғәте, ҡурай моңо, башҡорт теле – был фильмдың айырым төп биҙәге!

"Һеңлекәш”те “Культура” каналында иртәгә 10.05 сәғәттә ҡарарға була. Онлайн рәүештә фильм түбәндәге һылтанма аша күрһәтеләсәк: https://live.russia.tv/channel/4/?utm_source=miniplayer
Читайте нас: