+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 18:05

Сирлеләр һаны арта

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус сире таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта тәүлек эсендә булған эштәргә һәм үҙгәрештәргә йомғаҡ яһалды.

Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандар 39-ға артҡан. Шулай итеп, республикала Govid-19 вируслылар һаны 252-гә етте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханала бер ир менән бер ҡатын вафат булған. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, һуңғы осорҙа тест үткәреү артыуы һөҙөмтәһендә сирҙәр ҙә күберәк асыҡлана. Ул пациенттарҙың яҡындарынан анализ һөҙөмтәһен асыҡлау маҡсатында үҙәккә шылтыратмауҙарын һораны, бөтә мәғлүмәтте дауалаусы табиптан, ҡайҙа тест үткәрелгән, бары шул урындан алырға мөмкинлеген белдерҙе.
Мәскәүҙән, вирус таралған биләмәләрҙән ҡайтҡан һәр кешегә тест үткәреү ойошторолған, сирлеләр башлыса улар араһында асыҡлана, тине баш табип.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев белдереүенсә, илдең 85 төбәгендә 36 793 cирле теркәлгән, тәүлек эсендә вирусты йоҡторғандар 4785 кешегә артҡан. Элеккесә, улар Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә күберәк асыҡлана. Рәсәйҙә коронавирустан һәләк булғандар 313 кешегә етте.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус сире таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта тәүлек эсендә булған эштәргә һәм үҙгәрештәргә йомғаҡ яһалды.
Читайте нас: