+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 18:40

Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн

Бөгөн республикалағы сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса арауыҡта консультациялар булды. Уларҙа 10 211 уҡыусы ҡатнашты.

Бөгөн республикалағы сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса арауыҡта консультациялар булды. Уларҙа 10 211 уҡыусы ҡатнашты.
Тарих буйынса БДИ-ға әҙерлек консультацияһын БДУ-ның Тарих институтындағы халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Оксана Новикова, физиканан – БДУ-ның Физик-техник институты директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, теоретик физика кафедраһы доценты, физика-математика фәндәре кандидаты Фәрит Закирйәнов үткәрҙе.
Математика буйынса ТДИ-ға әҙерләнеү сараһын юғары категориялы уҡытыусы Ольга Фомина, рус теленән – педагог-тикшеренеүсе Лилиә Ғәлимова һәм юғары категориялы уҡытыусы Наталия Борихина уҙғарҙы.
Онлайн-консультацияла эксперттар аныҡ имтихан буйынса һорауҙарҙы тикшерҙе, башҡарылған эште баһалау, балл ҡуйыу үҙенсәлектәрен аңлатты һәм уҡыусыларҙан чатҡа килгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Читайте нас: