+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 21:45

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы

Нефтекама ҡала дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы маммограф алды. Был ҡорамал ярҙамында скрининг һәм диагностик тикшеренеүҙәр үткәреләсәк.

Нефтекама ҡала дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы маммограф алды. Был ҡорамал ярҙамында скрининг һәм диагностик тикшеренеүҙәр үткәреләсәк.
Аппарат файҙаланыу өсөн бик уңайлы, һүрәттәре сифатлы. Пациенттар ҙа уның уңайлылығын тоясаҡ, сөнки ауыртыу һиҙелмәйәсәк һәм радиация тәьҫире бик аҙ.
Маммограф һөт биҙҙәрен диагностикалауҙағы бөтә юғары талаптарға яуап бирә, әлеге мәлдә иң яҡшы аппараттарҙың береһе һынала. Гинекологтарға ул һөт биҙендәге шештәрҙе асыҡлауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ, тикшереү срогы ҡыҫҡарасаҡ. Әле ҡорамалды урынлаштырыу менән мәшғүлдәр, оҙаҡламай ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген яңы аппаратта тикшерә башлаясаҡтар.
#нацпроекты
Читайте нас: