+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 20:25

Брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 297 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 45 кеше өҫтәлгән). Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 14. Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. 62 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 209 кеше госпитализацияланған. Һуңғы тәүлектә 24 кеше коронавирус шиге аҫтында дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булғандарға бер тәүлек эсендә тағы ике кеше өҫтәлгән. Уларҙың икеһенең дә оҙайлы ваҡыт онкология сиренән яфаланғаны мәғлүм.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, әлеге ваҡытҡа Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы барып етмәгән төбәк ҡалмаған: 85 субъектта ла сир осраҡтары теркәлгән. Башҡортостанда коронавирусҡа 37 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән (тәүлегенә 2200 самаһы).
Анна Казак тағы ла шуны билдәләп үтте: төрлө сығанаҡтарҙа ни өсөн коронавирусҡа тапшырған тест һөҙөмтәләрен оҙаҡ көтөргә кәрәк, кем уны гражданға еткерергә тейеш кеүегерәк һорауҙар килә. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы әйтеүенсә, граждандан бигерәк был һөҙөмтәне тәү сиратта табип белергә тейеш. Әгәр кеше өйҙә ултыра икән, беренсе тапҡыр анализ алғандан һуң унынсы көндә уға икенсе тапҡыр тест үткәрергә тейештәр, сөнки организмда коронавирус барлығын, уның инкубация осорон иҫәпкә алып, мотлаҡ бер нисәне тикшереү мөһим. Һөҙөмтә ике тапҡыр кире булғанда ғына граждандан сикләүҙәр алына, унда коронавирус юҡ тигәнде аңлата. Үҙ сиратында табиптар анализдарҙы кемгә һәм ҡасан тапшырыу ваҡытын етди күҙәтеүҙә тота, шуға ла граждандарға ваҡытынан алда борсолоу урынһыҙ.
Донъяла коронавирус йоҡторғандар 2 329 967 кеше тәшкил итә. Рәсәйҙә ауырығандар һаны – 43 853 (бер тәүлектә 6060 кешегә артҡан). 3291 кеше һауыҡҡан, 361-е вафат булған.
Читайте нас: