+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 20:40

Эшҡыуарҙар өсөн

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән бөгөнгө онлайн брифингта республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рима Бойцова ла ҡатнашты.

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән бөгөнгө онлайн брифингта республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рима Бойцова ла ҡатнашты.
Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, иртәгә ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәргә туҡталып үтте, атап әйткәндә, пропуск системаһына аңлатма бирҙе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгә бығаса эш биреүселәр тарафынан тапшырылған пропусктар һәм белешмәләр ғәмәлдән сыға, уларҙы яңыртыу мотлаҡ (өлгөһө комитет сайтында бар). Был документтар фәҡәт эшкә барып ҡайтыу өсөн тәғәйенләнгән, улар башҡа маҡсатта ҡулланылырға тейеш түгел. Машинала иһә аҙнаһына ике тапҡыр 90 минут эсендә йомоштарҙы башҡарып килергә мөмкин. Эшкә барыу был иҫәпкә инмәй. Ҡаланан ситтәге баҡса участкаһына иһә аҙнаһына бер тапҡыр барыу рөхсәт ителә.

Республикала эшмәкәрлеге дауам иткән ойошма-предприятиеларҙың исемлеген doroga02.ru сайтында табырға мөмкин, унан тыш, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтында ла яңы тәртиптәр аңлатылған.

Унан тыш, эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән “Минең бизнес” үҙәгенең “ҡыҙыу линия”һына мөрәжәғәт итә ала:
8 347 224 99 99. Шулай уҡ, 8 800 250 21 24 номеры буйынса ла белешмә алырға мөмкин.
Читайте нас: