Документҡа ярашлы, 2020 йылдың 1 февраленән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты, Рәсәйҙең милли водитель таныҡлығы ил биләмәһендә артабан да ғәмәлдә ҡала. Шулай уҡ, Указда билдәләнеүенсә, 2020 йылдың 1 февраленән 15 июлгә тиклем 14 йәше тулып, Рәсәй гражданы паспортын алып өлгөрмәгән үҫмерҙәр өсөн тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ йәки илебеҙҙән ситтә Рәсәй гражданы шәхесен раҫлаған Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты төп документты тәшкил итә.