+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 19:20

91 мең бала өҫтәмә белем алған

Ике аҙна республика балалары дистанцияла белем алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр был уҡыуҙың һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды.

Ике аҙна республика балалары дистанцияла белем алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр был уҡыуҙың һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды.
Мәғариф министры Айбулат Хажин быдай уҡыуҙың өсөнсө аҙнаһында ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында һөйләне.

– Уҡыусыларҙың онлайн уҡыуын беҙ даими күҙәтәбеҙ. 17 апрелгә ҡарата беҙҙә 47,7 мең дәрес үткәрелгән һәм уларҙа 380 мең бала ҡатнашҡан. Был уҡыусыларҙың дөйөм һанының 80 проценты. Ни бары 14 дәрестә етешһеҙлектәр булды, уларҙың өсәүһе электр һүндерелеүгә бәйле ине. Бынан тыш өҫтәмә белем алыусы балалар һаны артты. 91 мең бала өҫтәмә белем алыу системаһына тоташа, – тине ул.

Шулай уҡ ата-әсәләр тарафынан өй эштәрен кәметеү буйынса тәҡдимдәр килгән. Министрлыҡ уларҙы ҡабул иткән һәм көсөргәнеште кәметеү юлдарын ҡараған.

Төбәк етәксеһе был аҙнанан башлап насар өлгәшкән уҡыусыларға “икеле” билдәләре ҡуйырға рөхсәт итте. Быға тиклем ике аҙна дауамында уҡыусылар дистанциялы белем биреү системаһында етешһеҙлектәр булыу сәбәпле “икеһеҙ” генә уҡығайнылар.

– Ошо ике аҙна уҡыу эсендә шуға иғтибар иттем. Әле беҙҙең провайдерҙарҙы интернет-бәйләнеш насар булған төбәктәр менән эшләүгә йәлеп итергә була. Был йәһәттән хәлдәрҙең ҡайҙа нисек икәнлеген белдек. Сифатлы интернет унда ла барып етһен, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: