Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифингта тәүлек эсендә булған үҙгәрештәр, хәл итәһе бурыстар тураһында һүҙ барҙы.
Инфекцияны йоҡтороусылар көндән-көн күбәйә, тәүлек эсендә уларҙың һаны 52-гә артып, бөтәһе 349-ға еткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике пациент вафат булған. Шулай итеп, коронавирустан республикала 14 кешенең ғүмере ҡыйылды.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак белдереүенсә, республикала тәүлек эсендә 1972 тест үткәрелгән, был эшкә туғыҙ лаборатория, шул иҫәптән өс шәхси тикшеренеү клиникаһы, йәлеп ителгән. Шуныһын дә билдәләргә кәрәк, шәхси лабораторияларға бары үҙҙәрен һау-сәләмәт иҫәпләгән, сир билдәләре булмаған кешеләр мөрәжәғәт итергә тейеш.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев әйтеүенсә, Рәсәйҙә тәүлек эсендә 4268 кеше инфекция менән зарарланған, ауырыуҙар һаны 47 121-гә еткән. Стәрлетамаҡтағы 2-се дауаханала карантин режимы алынған. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы артабан да йоғошло ауырыуҙар госпитале рәүешендә эшен дауам итәсәк. Пациенттар һәм табиптарға өҫтәмә тест үткәрелгән, кемдер изоляцияға, кемдер обсерваторға оҙатыла, һәр хәлдә барыһы ла медицина күҙәтеүендә буласаҡ.