Берләшкән «Башинформ» холдингы «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» проектына ҡушылды. Башҡортостанда яңы проект старт алды, уның барышында мохтаж уҡыусылар пандемия шарттарында онлайн
уҡый алһын өсөн уларҙы компьютерҙар менән тәьмин итәләр. Берләшкән «Башинформ» холдингы (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Башҡортостан» нәшриәт йорто) проектҡа ҡушыла
һәм дистанцион уҡыу өсөн балаларға гаджеттар тарата. «Яңы мәктәп» проекты координаторы Раил Әсәҙуллин һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәргә, ҙур предприятиеларға, юғары уҡыу йорттарына,
колледждарға аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәттәр ебәрелгән. Өфөлә ҡулланыуҙа булған техниканы һәм яңы гаджеттарҙы ике адрес буйынса йыялар: Достоевский урамы, 73 (тел. 276-12-90),
Коммунистик урамы, 39 (тел. 298-04-62). «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәгендә лә ҡабул итеү пункттары эшләй.