+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 20:30

Изге айға аяҡ баҫабыҙ

Дин мубиндә ғәзиз булған дин ҡәрҙәштәрем!Аллаһуның сәләме, рәхмәте һәм дә бәрәкәте барсабыҙға насип булһа ине!30 шағбан, кесе йома, 23 апрель – ҡояш байыу менән Ислам терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү һәм Ҡөрьән-Кәрим инә башлаған изге Рамаҙан шәриф айы-на аяҡ баҫабыҙ. 24 апрель ҡояш сыға башлауға ике сәғәт ҡала ниәт итеп ураҙаға керәбеҙ, иншә Аллаһ.

Һеҙҙе мөбәрәк Рамаҙан айы менән тәбрик итәм! Аллаһү Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡәрьән-Кәримдә бойорҙо: фәмән шәһиҙә минкүмүм-шаһра фәльйәсүмһү… “Эй, иман килтергән бәндәләр! Сәләмәт, ғәйрәтле, көслө, ҡеүәтле, аҡыллы хәлегеҙҙә Рамаҙан айына аяҡ баҫһағыҙ, ураҙа тотоғоҙ”, тине. Пәйғәмбәребеҙ (сғв) әйтте: Рамаҙан айында ураҙа тотоу-сы бәндәләргә күп һөйөнөстәр бар. Ике ҙур һөйөнөскә эйә булабыҙ. Беренсеһе – көндөҙ ураҙа тотҡандан һуң – ифтар ваҡытында ауыҙ асҡанда һөйөнөс. Әлхәмдүлилләһ, ошо көндөң ураҙаһын тотоп, ауыҙ астым хәләл ризыҡ менән. Эй, Раббым, тотҡан ураҙаларымды ҡабул итһәң ине, бәндәселек менән ҡылған гонаһтарымды тотҡан ураҙаларым бәрәкәтендә ярлыҡаһаң ине” тип ризыҡты “бисмилләһ” әйтеп ҡабыуығыҙ, бик ҙур һөйөнөс. Бынан да артығыраҡ һөйөнөс, ти Пәйғәмбәребеҙ (сғв) – был ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына барған ваҡытта тотҡан ураҙаларыбыҙ бәрәкәтендә йәннәткә кереүебеҙ.
Аллаһ Тәғәлә беҙҙең иманыбыҙҙы аслыҡ менән һынай. Был бик ҙур һынау, сөнки бер кем күрмәһә лә, яныңда бер кем булмаһа ла, ризыҡ бар. Ләкин Аллаһуның ризалығын өмөт итеп, ризыҡтан, хәләл икмәктән, һыуҙан тыйылабыҙ. Тимәк, ихсан хәләтен дә үҙебеҙҙә хасил итәбеҙ, шулай итеп үҙебеҙҙе контроль итергә өйрәнәбеҙ. Яңғыҙ ҡалһаҡ та, йәмғиәт менән булһаҡ та, тәҡүәле булайыҡ. Ҡайҙа ғына булһаҡ та Аллаһ беҙҙе күреп тора, ишетә, белә тип аңларға, тойорға кәрәк.
Үҙен мосолман тип һанаған һәр беребеҙ ошо айҙа Аллаһуның рәхмәте ямғыр тамсылары кеүек яуғанда, ураҙа тоторға тырышайыҡ, күберәк изге эштәр эшләргә ашығайыҡ, бирелгән мөмкинлекте файҙаланып ҡалайыҡ. Аллаһ барыбыҙҙың да гонаһ-хаталарын ғәфү итеп, үҙенең рәхмәтенә ирешергә насип итһә ине.
Иң изге теләктәр менән
Илһам хәҙрәт ЙОСОПОВ,
Красноусол мәсете имам-мөхтәсибе.
Читайте нас: