-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 18:10

Меморандумға ҡул ҡуйылды

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте менән кредит ойошмалары араһында меморандумға ҡул ҡуйылды.

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте менән кредит ойошмалары араһында меморандумға ҡул ҡуйылды.
Документҡа Хөкүмәт яғынан беренсе вице-премьер Андрей Назаров, кредит ойошмаларынан биш банк - “Россельхозбанк”, “Уралсиб” банкы, “Открытие” финанс корпорацияһы, Һаҡлыҡ банкы һәм “Альфа-банк” вәкилдәре ҡул ҡуйҙы.
Меморандум әлеге хәлдәрҙе, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өсөн оҙайлы һәм файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыуға йүнәлтелгән. Документҡа ойошмаларҙың, физик шәхестәрҙең алдан алынған кредиттарын реструктуризациялау, рефинанслау юлы менән түләй алмау ҡурҡынысын кәметеү, ҡыҫҡа һәм оҙайлы ваҡытҡа кредитлау системаһын (шул иҫәптән иҡтисадтың реаль секторын да) үҫтереү саралары инде. Меморандум торлаҡ төҙөлөшөн финанслау (шул иҫәптән проектлы финанслауҙы ла файҙаланып), республикаға шәхси инвестициялар йәлеп итеү буйынса берҙәм сараларҙы тормошҡа ашырыуға нигеҙ буласаҡ.
"Бөгөн шулай һөйләштек: кредит ойошмаларында Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәрен тиҙ арала хәл итеү өсөн яуаплы хеҙмәткәр тәғәйенләнәсәк, – тине Андрей Назаров. – Был ябай кешеләрҙең дә, бизнесмендарҙың да мөһим проблемаларын йәһәтерәк яйға һалырға ярҙам итәсәк".
Меморандумға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашыусылар видеобәйләнеш форматында бизнес-шерифтар менән аралашты һәм район-ҡала эшҡыуарҙарының һорауҙарына яуап бирҙе.
Читайте нас: