+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 19:05

Социаль учреждениелар – карантинда

Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәнең иң ҙур өлөшө был юлы ла коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш сараларына арналды.

Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәнең иң ҙур өлөшө был юлы ла коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш сараларына арналды.
Шул уҡ ваҡытта көндәлек бурыстар ҙа күҙ уңынан төшөп ҡалманы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәктәге үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы дауам итә.

Сир әле генә бөтмәй

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы таралыуҙың иң юғары нөктәһенә етмәгән.
– Күреп тораһығыҙ, хәл көндән-көн киҫкенләшә бара. Сирҙе йоҡторғандар һаны көн һайын арта. Шуға күрә ошондай етди һәм яуаплы режимда эшләүгә әҙерләнегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Быға тиклем медицина фәндәре докторы Нәүфәл Заһиҙуллин белдереүенсә, Рәсәйҙә инфекция таралыуҙың иң юғары нөктәһе 7-8 майҙа буласаҡ һәм тотороҡлолоҡҡа сыға башлаясаҡтар.

Изге йорттар инфекция таратыу урыны булмаһын

Радий Фәрит улы тәү сиратта республика халҡына рәхмәт әйтте. Был айырыуса дини кешеләргә ҡағылды. Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала православие динен тотоусылар үҙҙәренең ҙур һәм изге байрамдарының береһе Пасханы билдәләне. Беҙҙең халыҡ алдан иҫкәртеүгә аңлы рәүештә ҡараны – республикала бер сиркәүгә лә күпләп барған кешеләр теркәлмәне.

– Был аҙнала мосолмандарҙың да изге Рамаҙан айы башлана. Мәсеткә йөрөп намаҙ ҡылыу, ифтарға барыу, шулай уҡ туғандар-ҡәрҙәштәр менән аралашыу хас был осорға. Мин шулай уҡ мосолман халҡынан да аңлы булырға, бар ғәмәлдәрҙе өйҙә үткәрергә, кеше йыймауҙы һорайым. Яҡшыға өмөтләнәйек, бәлки, Ураҙа байрамы етеүгә хәл яҡшырыр, – тине Радий Хәбиров.

Был йәһәттән дин әһелдәре лә үҙ фекерен белдергәйне. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин:
– Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, Аллаһ ебәргән һынау беҙҙең илгә лә төштө. Беҙ барыбыҙ ҙа дәүләт закондарын, табиптар һәм санитар-эпидемиология хеҙмәттәре талаптарын үтәргә тейешбеҙ. Мәсеттәр онлайн режимға күсә. Артабан халыҡты йыймай ғына йома намаҙҙарын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, мосолман кеше үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтерергә тейеш түгел, – тине.

Социаль учреждениелар – карантинда

Башҡортостанда бөгөндән барлыҡ социаль учреждениелар ябылды. Улар араһында ҡарттар йорттары, балалар йорттары һәм башҡа социаль хеҙмәттәр күрһәткән учреждениелар бар. Беҙҙә улар 50-нән ашыу.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр бер муниципалитет башлығына шәхси рәүештә уларҙың карантинға ябылыуын тикшерергә һәм хәлде контролдә тоторға ҡушты.

– Бөгөндән был учреждениеларҙа эшләгән кешеләр шулай уҡ көрәштең алғы һыҙатына эләгә. Шуға күрә уларға ла өҫтәмә түләүҙәр булырға тейеш. Хөкүмәткә ошо турала уйларға һәм иртәгәгә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушам. Карантин шарттарында эшләгән кешеләрҙең тормошонда ла ауырлыҡтар һәм хәүеф барлыҡҡа килә, шуға күрә уларға ярҙам итергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова белдереүенсә, барлыҡ учреждениелар ябылған. Шул уҡ ваҡытта туғыҙын, балалар йорттарын, тулыһынса ябып булмай, сөнки бында көн һайын етем ҡалған балаларҙы килтереүҙәре ихтимал. Әммә улар ҙа барлыҡ талаптарҙы үтәп кенә эш итәсәк.

Дауахананың яҙмышы хәл ителде

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм пациенттарҙы өйөнә ҡайтара башлағандар. Билдәле булыуынса, уларҙың ике аҙналыҡ карантин осоро тамамлана. Бында 6 апрелдә асыҡланған коронавирус инфекцияһы менән зарарланыу осрағы сәбәпле, йәмғеһе 1200 кеше карантинға ябылғайны.

– Әле бында вахта юлы менән ике аҙна эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен алмаштырыу бара. Улар обсервацияға йәки изоляцияға китәсәк. Кемдә ундай мөмкинлек юҡ, уларҙы изоляторға ебәрәбеҙ һәм артабан медицина тикшереүе дауам итәсәк, – тине Максим Забелин.

Кисә кис дауахананың бала табыу йортон дезинфекциялау башланған. Был учреждениела июнь аҙағында планлы таҙартыу сараһы уҙырға тейеш ине, хәҙер был ваҡыт апрель аҙағына күсерелде.

– Шулай итеп, беҙ обсервация, медицина хеҙмәткәрҙәрен изоляциялау һәм дезинфекция сараларын үткәреүҙе берләштерәбеҙ. Майҙан алып Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлексәһе тулы кимәлдә эш башлаясаҡ, – тине ул.

Артабан Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында тулыһынса дезинфекция саралары үткәрелеп, ул коронавирус буйынса госпиталь булараҡ эшен дауам итәсәк.

“Йәшел Башҡортостан” үтәсәк!

Беҙҙә матур бер һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде: вирустар килә лә китә, ә тормош дауам итә. Шуға күрә көндәлек эштәрҙе бер кем дә онотмай. Был Башҡортостанда үткәрелеп килгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ла ҡағыла.

Әлбиттә, быйыл акция үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына бәйле башҡасараҡ үтәсәк. Хөкүмәт вице-премьеры Борис Беляев белдереүенсә, быйыл акция торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсө менән башҡарыласаҡ.

25 апрелдән алып 1 майға тиклем 670 муниципалитет биләмәһендә 50 мең самаһы эре ағас ултыртыласаҡ.
Акцияла ҡатнашырға теләге булған кешеләр, уға ҡушылып, үҙҙәренең ихатаһында ағас ултырта һәм министрлыҡ ойошторған фотобәйгелә көсөн һынай ала.

Яҙғы сәсеү темаһы шулай уҡ оператив кәңәш­мәләрҙә көн үҙәгенән төшмәй. Әле Башҡортос­танда сәсеүҙе 49 район башлаған. Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яҙ иртә килеү сәбәпле, эш тиҙлеге былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға йылдамыраҡ.

“Икеле”ләр ҡуйыла башлаясаҡ

Ике аҙна буйы республика балалары дистанцияла белем алды. Мәғариф министры Айбулат Хажин бындай уҡыуҙың өсөнсө аҙнаһында ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында һөйләне.

– Уҡыусыларҙың онлайн уҡыуын даими күҙәтәбеҙ. 17 апрелгә ҡарата беҙҙә 47,7 мең дәрес үткәрелгән һәм уларҙа 380 мең бала ҡатнашҡан. Был – уҡыусыларҙың дөйөм һанының 80 проценты. Ни бары 14 дәрестә етешһеҙлектәр булды, уларҙың өсәүһе электр уты һүндерелеүгә бәйле ине. Бынан тыш, өҫтәмә белем алған балалар һаны артты. 91 мең бала өҫтәмә белем алыу системаһына тоташа, – тине ул.

Шулай уҡ ата-әсәләр тарафынан өйгә эштәрҙе кәметеү буйынса тәҡдимдәр килгән. Министрлыҡ уларҙы ҡабул иткән һәм көсөргәнеште кәметеү юлдарын ҡараған.

Төбәк етәксеһе был аҙнанан башлап насар өлгәшкән уҡыусыларға “икеле” билдәләре ҡуйырға рөхсәт итте. Быға тиклем ике аҙна дауамында уҡыусылар дистанцияла белем биреү системаһында етешһеҙлектәр булыу сәбәпле “икеле”һеҙ генә уҡығайны.

– Әле беҙҙең провайдерҙарҙы интернет-бәйләнеш насар булған төбәктәр менән эшләүгә йәлеп итергә була. Был йәһәттән хәлдәрҙең ҡайҙа нисек икәнлеген белдек. Сифатлы интернет унда ла барып етһен, – тине Радий Хәбиров.

Ситуация үҙәге эше туҡтамай

Билдәле булыуынса, коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса саралар ҡабул ителә башлау менән, республикала Ситуация үҙәге эш башланы. Бында әлеге шарттарҙа зыян күргән предприятиелар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре һорауҙарына яуап ала. Шулай уҡ көрсөк шарттарында дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында бар мәғлүмәтте белергә мөмкин.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров иҡтисади яҡтан күрелгән саралар һәм был үҙәктең эшмәкәрлеге тураһында ла:

– Республикала ниндәй предприятиелар эшләй, ниндәйҙәре юҡ, был туралағы мәғлүмәтте “Дорога02” порталынан ҡарарға мөмкин. Рөхсәте булған һәр ойошма барлыҡ талаптарҙы күҙ уңында тотоп эшен ойошторорға, предприятиеларҙа сир йоҡтороуға юл ҡуймаҫҡа тейеш, – тине.

Эшеңде юғалтһаң...

26 марттан 17 апрелгә тиклем Башҡортос­тан­дың 7,5 меңдән ашыу эш биреүсеһе “Работа в России” порталында теркәлгән. Был турала вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
Федераль портал базаһына 500 мең самаһы Башҡортостан кешеһе ингән. Был мәғлүмәттәрҙе хеҙмәт ресурстары хәрәкәте динамикаһын өйрәнеү өсөн файҙаланырға мөмкин. Айырым алғанда, 10 мең самаһы республика халҡы порталда эшһеҙ булараҡ теркәлгән дә.

– Эште дауам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был федераль ярҙамға дәғүә итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Читайте нас: