+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 18:55

Алдан хәстәрләгеҙ

Балаларҙың дистанциялы уҡыу ваҡытында илдә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса профилактик эш алып барыла.

Ата-әсә ҡарауынан тыш үҙҙәре генә өйҙә ҡалған балалар араһында ут менән шаярыу, йә булмаһа тән йәрәхәттәре алыу осраҡтары бермә-бер арта.
Шуға күрә ата-әсәләргә уларҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, янғын хәүефһеҙлеге, көнкүреш приборҙарын, шул иҫәптән компьютерҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен аңлатырға кәрәк. Шырпы һәм зажигалкаларҙы бәләкәй балаларҙың буйы етмәҫлек урынға алып ҡуйығыҙ.
Балалар булған йортта янғын иҫкәртеүсе ҡоролманың ҡуйылыуы мотлаҡ. Янғын осрағында балалар өйҙән тышҡа сығыу мөмкинлеге булырға тейеш. Эстән аса алмаҫлыҡ булһа, ишекте тыштан бикләп китмәгеҙ. Балағыҙҙы телефондан ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырырға өйрәтегеҙ. Төтөн, ут сыҡҡанда, янғын осрағында 112 телефонына шылтыратып янғын хеҙмәтен саҡырығыҙ.
И.АРДАШИРОВ,
Ауырғазы район-ара ОНДиПР
начальнигы урынбаҫары,
эске хеҙмәт майоры.
Читайте нас: