+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 11:15

Башҡорт теленән – халыҡ-ара диктант

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың 25 апрелендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре аша онлайн форматта башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың 25 апрелендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре аша онлайн форматта башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола.
Сараны ойоштороусылар – республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Әлеге хәлгә бәйле, унда донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ бары тик ситтән тороп ҡатнаша ала. Диктант яҙыу өсөн башта https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Ул Рәсәйҙең бөтә субъекттарында һәм сит илдәрҙә бер үк көндә тура эфирҙа уҙғарыла.
Диктант тура эфир аша 11.00 сәғәттә башлана. 11.00 - 11.20 сәғәт арауығында – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, 11.30 - 11.55 сәғәттә – иркен аралашҡандар, 12.00 - 12.20 ваҡытта башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн тексты билдәле шәхестәр уҡыясаҡ. Йәнә “Бәйләнештә”, Инстаграм социаль селтәрҙәре, “YouTube” видеохостингы аша ла трансляциялар барасаҡ. Диктантты шулай уҡ 2020 йылдың 26 апреленә тиклем http://bashkdictant.ru рәсми сайты һәм ойоштороусыларҙың https://vk.com/bash_fond социаль селтәре аша тура эфирҙа тыңлап яҙырға була. Әлеге мәлгә сайтта диктант яҙырға теләгән 20 меңдән ашыу кеше теркәлгән.
Улар араһында Санкт-Петербург, Первоуральск, Каменск-Уральск, Екатеринбург, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск ҡалаларынан, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Краснодар крайынан, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Үзбәкстан,
Ҡаҙағстан (Нур-Солтан, Алматы), Швейцария (Женева), АҠШ (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Германия, Испания, Эстония, Төркиә (Истамбул, Анталия, Фетхие, Иҫкешәһәр), Германия (Берлин), Ҡытай (Пекин, Гуанчжоу) илдәренән
ҡатнашырға теләгәндәрҙең теркәлеү үткәне билдәле. Әйткәндәй, һәр ҡатнашыусы диктантты үҙаллы яҙа ала. Сара тамамланыу менән уны фотоға төшөрөп, йәки скан эшләп, bashkdictant.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға
һалырға була.
Ундай мөмкинлек юҡ икән, электрон почтаға ебәрергә кәрәк: [email protected]. Йәки Whatsapp мессенджерының телефоны: +7 (927) 950 - 02 – 66. Эштәр 2020 йылдың 26 апреленә 23.59 сәғәткә тиклем килеп етергә тейеш.
Рәсми һөҙөмтәләр шул уҡ сайтта 30 апрелгә тиклем торасаҡ. Дикторҙар менән дә таныштырып китәйек. Мульти музыка ҡоралдары эйәһе, шоумен Заһир Зәйнетдинов тексты башҡорт телендә башланғыс белеме булғандар өсөн уҡый. Танылған диктор, “Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып барыусы Флүрә Мурзина башҡорт телендә иркен аралашҡан аудиторияны текст менән таныштыра. Ә инде яҙыусы Марсель Сәлимов тесты үҙе һөйләшеп үҫкән төньяҡ-көнбайыш диалектында уҡыясаҡ.
Читайте нас: