+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 18:45

Әсәлек һәләттәр аса

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, "Бәхет территорияһы" мәрхәмәтлек фонды "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы менән берлектә республикала йәшәгән һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уникаль күргәҙмә ойоштора. Был сараға республика етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова башланғыс биргән.

"Әсәлек һәләттәр аса" күргәҙмәһе һөнәри белеме булмаған ҡатындарға үҙ һәләттәрен танытырға, яңы һәләттәр асырға мөмкинлек бирәсәк. Картиналарҙы ватман йәки киндерҙә акварель, гуашь, пастель, акрил йәки майлы буяуҙар менән төшөрөргә мөмкин. Темаһы һәм төшөрөү техникаһы ирекле.
Күргәҙмә тураһында тулы мәғлүмәт семьярб.рф сайтында табырға була. Ҡатнашырға теләүселәр апрель аҙағына тиклем [email protected] электрон почтаһына анкета тултырып ижади эштәрегеҙҙең фотоларын (1-3 һүрәт) ебәрегеҙ.
Үҙаллы изоляция ваҡытында эшләнгән һүрәттәрҙе билдәләгеҙ, улар күргәҙмәлә айырым урын аласаҡ. Һорауҙар менән 8(347)286-02-37 ("Ғаилә" республика ресурс үҙәге) телефонына шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: