-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 21:55

Сираттағы брифинг үтте

Тәүлек эсендә ил, республика ниндәй үҙгәрештәр, юғалтыуҙар кисерҙе, коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса ниндәй ғәмәлдәр тормошҡа ашырылды? Көндәлек мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынмаған бер кем дә юҡтыр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ошо мәсьәләләргә арналған сираттағы брифингта яңы мәғлүмәттәр менән таныштырҙылар.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, тәүлек эсендә Govid-19 вирусын йоҡтороусылар 25-кә артҡан, ауырыуҙар һаны хәҙер 396-ға етте. Дауахананан 34 кеше һауығып сыҡҡан. Вафат булғандар һаны әлегә үҙгәрешһеҙ - 14.
Рәсәйҙә инфекцияны йоҡтороусылар тағы ла күбәйеп, барлығы 57999 кешегә еткән. Бөтә осор эсендә 513 пациент вафат булған. Илдә 2,25 миллион лаборатория тикшереүе үткәрелгән. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак тестар үткәреүҙең артыуын билдәләп, лабораторияларҙың көсөргәнешле эшенә туҡталды. Шуға күрә тест биреп тә тиҙ арала һөҙөмтәһен белә алмағандарҙың борсолоуын аңлауын белдерҙе. Ашығыс анализдар тәү сиратта ҡаты ауырығандарға, дауахананан сығыу алдында торғандарға яһала. Тапшырылған биоматериалдарҙың сифатына зыян килмәй, вирус биш тәүлек буйы йәшәй, бөтә анализдар 70 градусҡа тиклем туңдырылғас, бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ, бер аҙ сабыр итегеҙ, тине баш табип.
Читайте нас: