Бөгөн иртән Ҡазан аэропортында ике пассажир самолетын ҡаршыланылар. Береһе - Һиндостандың Гоа штатынан, икенсеһе - Төркиәнең Анталия ҡалаһынан. Тәүге самолетта Башҡортостандан - 21, икенсеһендә
29 яҡташыбыҙ ҡайтты. Уларҙы республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов ҡаршыланы. “Туристарҙы алып ҡайтыу өсөн “Башавтотранс”тың ике автобусы килде,
- тине етәксе. - Кешеләрҙең бөтәһен дә обсерваторға – “Йәйғор” шифаханаһына илтәбеҙ”. Пассажирҙарҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя, коронавирус билдәләре күҙәтелмәй.
Бынан алда Таиландтан ҡайтҡан туристарҙы Өфө обсерваторына урынлаштырыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне.