+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 15:10

Иғтибар! Түбәнге Ташбүкән ауылынан 9 йәшлек малай юғалған!

Ғафури районы полицияһы хәбәрһеҙ юғалған туғыҙ йәшлек Рөстәм Ишҡоловты эҙләй. Малай Түбәнге Ташбүкән ауылынан. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул 22 апрелдә өйҙән сығып киткән һәм ҡайтмаған.

Уның билдәләре: 6-7 йәшлек күренә, буй оҙонлоғо 116 сантиметр, уртаса кәүҙәле. Ҡыҙыл башлыҡта, көрән курткала, күк төҫтәге итектә булған. “Ниндәй генә мәғлүмәткә эйә булһағыҙ ҙа, ошо телефондарға шылтыратығыҙ: 8-927-94-93-155, 8-987-03-91-994, 02, 020, 002”, - тип мөрәжәғәт итә граждандарға полиция.
Читайте нас: