+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 22:00

Һуңғы яңылыҡтар билдәле булды

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 422 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 26 кеше өҫтәлгән). Бер тәүлектә 50 кеше пневмония диагнозы менән госпитализацияланған. Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 57 (бөгөн 28 кеше дауахананан сығарылған). Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. Вафат булғандарҙың һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 14 кеше.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа 41 435 тикшереү үткәрелгән (тәүлегенә өс мең самаһы).
Рәсәйҙә иһә коронавирус инфекцияһы барып етмәгән төбәк ҡалмаған: 85 субъектта ла сир осраҡтары теркәлгән, ауырығандарҙың һаны – 62773 (тәүлегенә 4774-гә артҡан), һауыҡҡандар – 4891, вафат булғандар – 555 кеше.
Бөгөн республикала өс медицина учреждениеһында сикләү саралары бөтөрөлдө. Һүҙ баш ҡаланың 8-се дауаханаһы, Ишембай һәм Салауат ҡалаларындағы дауаханалар хаҡында бара. Был хаҡта республикалағы “Роспотребнадзор” идаралығы вәкиле Венер Изекәев белдерҙе. Ете медицина учреждениеһы 14 көнлөк карантинда ҡала.
Читайте нас: