+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 20:55

Иҫән-имен табырға яҙһын!

Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылында 22 апрелдә 9 йәшлек Рөстәм Ишҡоловтың юғалыуы хаҡындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә районға, республикаға таралды. Әлеге мәлдә малайҙы эҙләү бара.

Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылында 22 апрелдә 9 йәшлек Рөстәм Ишҡоловтың юғалыуы хаҡындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә районға, республикаға таралды. Әлеге мәлдә малайҙы эҙләү бара.
Урында республика Тикшереү комитетының Стәрлетамаҡ район-ара бүлеге эшләй. Хәбәр итеүҙәренсә, 22 апрелдә малай ата-әсәһе менән ауылда йәшәүсе олатаһында ҡунаҡта булғанда өйҙән сыға һәм ғәйеп була, бөгөнгәсә уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Баланы эҙләп тә, таба алмағас, ата-әсәгә хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Бөгөнгө көндә ваҡиға урынында Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тәүтикшереүселәр һәм тәүтикшереүсе-криминалистар эшләй. Район хакимиәте янында был ғәҙәттән тыш хәл буйынса район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов рәйеслегендә комиссия төҙөлдө. Баланы эҙләүҙә районыбыҙҙан Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бельский ауыл биләмәләре, район мәғариф, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, ауыл кешеләре, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенән “Лиза-Алерт”, “Легион Спас”, Стәрлетамаҡтан “Отклик” эҙләү, “Поиск детей – Уфа” балаларҙы эҙләү отрядтарынан, ирекмән-картографтарҙан торған 150-ләп кеше ҡатнаша. Улар яҡын-тирә урмандарҙы, һыу ятҡылыҡтарын һәм башҡа урындарҙы ентекләп үтеп сыға. Квадракопторҙар, кәмәләр, автобустар, барлығы 32 берәмек техника йәлеп ителгән. Ауылдағы Ҡондорошло йылғаһын водолаздар тикшереп-эҙләп сыҡҡан.
Читайте нас: