+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 20:30

Мөһим эштәр барланды

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта тәүлек эсендә күҙәтелгән яңылыҡтар, алда торған мөһим эштәр барланды. Рәсәйҙә инфекцияны йоҡтороусылар һаны артыуын дауам итә, 24 апрелгә уларҙың дөйөм һаны 68 меңдән ашты, тәүлек эсендә тағы 5819 ауырыу өҫтәлде. Үлем осраҡтары 615–кә етте.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала тәүлек эсендә сирлеләр һаны 33-кә артып, барлығы 455 кеше тәшкил иткән. Стационарҙарҙа 246 пациент дауалана, 57 кеше һауығып дауахананан сыҡҡан. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева әйтеүенсә, республикала 41 меңдән ашыу тест үткәрелгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрына Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы клиникаһында вафат булған пациенттың үлем сәбәбе тураһында һорау бирелде. Максим Забелиндың раҫлауынса, уның үлемендә коронавирус сәбәпсе түгел, пациенттың вафат булыуына онкология сире йоғонто яһаған. Шулай уҡ Иглин районынының Охлебинин ауылында республика клиник дауаханаһынан дауаланып сыҡҡан ҡатындың үлеменә бәйле һорауға ла министрға яуап ҡайтарырға тура килде. Министрҙың әйтеүенсә, был осраҡта ла пациенттың үлеме GOVID-19 менән бәйле түгел, шулай ҙа туғандарына изоляцияға китергә, бөтә сикләү сараларын үтәргә тура киләсәк. Нисек кенә ауыр булмаһын, эпидемиология ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙең бөгөн һәр кем өсөн мөһим булыуын иҫтә тотайыҡ.
Читайте нас: