-10 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 19:25
Онлайн-консультациялар үтә
25 апрелдә Берҙәм дәүләт имтихандарына һәм Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса онлайн-консультациялар үтә. Уларҙы БДИ-ға һәм ТДИ-ға әҙерлек буйынса республика предмет комиссиялары вәкилдәре уҙғара. Һеҙҙең иғтибарға онлайн-консультациялар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ.
25 апрелдә Берҙәм дәүләт имтихандарына һәм Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса онлайн-консультациялар үтә. Уларҙы БДИ-ға һәм ТДИ-ға әҙерлек буйынса республика предмет комиссиялары вәкилдәре уҙғара. Һеҙҙең иғтибарға онлайн-консультациялар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ.
- 11.00 – 12.00 сәғәттә немец теленән БДИ буйынса онлайн-конференцияны Республика предмет комиссияһы рәйесе Татьяна Александровна Буркова үткәрә;
- 12.00 – 13.00 сәғәттә – рус теленән БДИ буйынса онлайн-консультация (Республика предмет комиссияһы рәйесе Альмира Мөхәмәт ҡыҙы Ямалетдинова һәм уның урынбаҫары Татьяна Владимировна Григорьева);
- 14.00 – 15.00 сәғәттә – математиканан БДИ буйынса онлайн-консультация (Республика предмет комиссияһы рәйесе Кирилл Владимирович Трунов).
Шулай уҡ ошо уҡ көндә Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса ла онлайн-консультациялар үтәсәк:
- 12.00 – 13.00 сәғәттә – рус теленән онлайн-консультация (Республика предмет комиссияһы эксперттары Альбина Феликсовна Мамяшева һәм Лариса Николаевна Ахкамова);
- 14.00 – 15.00 сәғәттә – математиканан ТДИ буйынса онлайн-консультация (Республика предмет комиссияһы рәйесе урынбаҫары Гөлүсә Фәнис ҡыҙы Сафина);
Күнекмәләр барышында мәсьәләләр сиселешен анализлау, даими ҡабатланған хаталар өҫтөндә эшләү, контроль-үлсәү материалдары менән эшләү ҡаралған. Шулай уҡ предмет комиссиялары вәкилдәре имтихандарҙы ойоштороу нескәлектәре тураһында һөйләйәсәк.
Бынан тыш, сығарылыш уҡыусылары БДИ-ға һәм ТДИ-ға әҙерлек барышында тыуған ауырлыҡтар тураһында электрон почтаға яҙып ебәрә ала: БДИ буйынса:
gia11@rcoi02.ru
, ТДИ буйынса:
gia9@rcoi02.ru
.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"